2024 йылда Башҡортостандың Өфө агломерацияһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә 33 километрҙан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдар ремонтланған. Был 2023 йылға ҡарағанда 31,5 процентҡа күберәк. Уҙған йылда Өфө агломерацияһында ошондай 22,8 саҡрым юл йүнәтелгән. Благовещен, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө һәм Шишмә райондарында урынлашҡан 12 юл участкаһы норматив хәлгә килтерелде. "Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ҙур булмаған тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙе транспорт бәйләнеше менән тәьмин иткән туристик объекттарға илткән юлдарға айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Шулай итеп, Благовещен - Павловка, Өфө - Охлебинин кеүек туристик йүнәлештәге юл участкалары төҙөкләндерелде. Шулай уҡ Өфө - Шишмә, Булгаков - Боҙаяҙ, Дим - Затон, Дмитриевка - Кушнаренко интенсив хәрәкәте менән юлдар норматив хәлгә килтерелде, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли