Яңы йылға тиклем ай ярымдан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Һауа торошо был ваҡыт арауығында бик күп сюрприздар эшләмәксе. Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала уҡ республика халҡын аномаль йылы һауа торошо көтә. Уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ. Төндә 0, -5, көндөҙ +3, -2 градус һалҡын. Гисметео мәғлүмәтенә ярашлы, ноябрь аҙағында һәм декабрь башында көндөҙ -2, -4 градус һалҡын буласаҡ. Төнгө сәғәттәрҙә термометр бағанаһы -6 градусҡа тиклем төшәсәк. Көн һайын тиерлек ҡаря яуасаҡ, ә 10 һәм 11 декабрҙә көслө ҡар көтөлә. 10 декабргә төндә -9, көндөҙ саҡ ҡына йылыраҡ буласаҡ: -7, -8 градус. Бындай һауа торошо 20 декабргә тиклем һаҡланасаҡ. 25 декабргә тиклем көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлмәй. Уҙып барған йылдың һуңғы аҙнаһында һауа температураһының төндә - 20 градусҡа тиклем һәм унан түбәнерәк, ә көндөҙ 15 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.