Найти в Дзене

“Сируси”ҙың дауамы булырмы?

“Сируси” башҡорт нәфис сериалын йыл аҙағында күрһәтеү Башҡортостан телевидениеһының матур йолаһына әүерелде. Кино һөйөүселәр ошо көндәрҙә уны йәнә ҡарап һөйөндө. Баҡтиһәң, сериалдың төшөрөлөүенә быйыл 10 йыл тула икән. Юбилей уңайынан “Башҡортостан” гәзите “Сируси”ҙың режиссеры һәм актерҙары менән аралашты. Режиссер Руслан Юлтаев фекеренсә, сериалдың халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята алыуы ижади команданың аҡса өсөн түгел, ә ихласлыҡ менән эшләүенән тора. – Фильм Ишембай районының Маҡар ауылында, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында төшөрөлдө. Шул йылдың йәйе һалҡын килде, әммә беҙгә матур кадрҙар кәрәк ине. Бөтәһе лә курткала йөрөгәндә, беҙҙең актёрҙар еңел кейемдә уйнаны, һәр дублдән һуң мейесе ҡабынған машинаға инеп йылынып йөрөнөләр. Сериалдың бюджеты бик бәләкәй булды, шуға күрә үҙебеҙ ашарға бешерҙек, яҡшы, сифатлы фильм төшөрөү өсөн төрлөсә экономияланыҡ, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты режиссер Руслан Юлтаев. Кинотаҫма 11 сериянан тора. Ул яуыз йәндәргә һунар итеүсе Сируси тигән мифик г

“Сируси” башҡорт нәфис сериалын йыл аҙағында күрһәтеү Башҡортостан телевидениеһының матур йолаһына әүерелде. Кино һөйөүселәр ошо көндәрҙә уны йәнә ҡарап һөйөндө. Баҡтиһәң, сериалдың төшөрөлөүенә быйыл 10 йыл тула икән. Юбилей уңайынан “Башҡортостан” гәзите “Сируси”ҙың режиссеры һәм актерҙары менән аралашты. Режиссер Руслан Юлтаев фекеренсә, сериалдың халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята алыуы ижади команданың аҡса өсөн түгел, ә ихласлыҡ менән эшләүенән тора. – Фильм Ишембай районының Маҡар ауылында, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында төшөрөлдө. Шул йылдың йәйе һалҡын килде, әммә беҙгә матур кадрҙар кәрәк ине. Бөтәһе лә курткала йөрөгәндә, беҙҙең актёрҙар еңел кейемдә уйнаны, һәр дублдән һуң мейесе ҡабынған машинаға инеп йылынып йөрөнөләр. Сериалдың бюджеты бик бәләкәй булды, шуға күрә үҙебеҙ ашарға бешерҙек, яҡшы, сифатлы фильм төшөрөү өсөн төрлөсә экономияланыҡ, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты режиссер Руслан Юлтаев. Кинотаҫма 11 сериянан тора. Ул яуыз йәндәргә һунар итеүсе Сируси тигән мифик геройҙың исеменә бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сериалда ҙур булмаған башҡорт ауылында бер кеше юғала. Был серле ваҡиғаны тикшерергә ҡаланан ике тәфтишсе килә. Ваҡиғалар шул тиклем бутала, хатта геройҙар бер-береһен ғәйепләй башлай. Фильмда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының актерҙары Рәсил Сынбулатов, Айнур Ситдиҡов, Физәлиә һәм Илһам Рәхимовтар, Әхәт Хөсәйенов, Ринат Баймырҙин, Зиләрә Юлтаева, Зилиә Ситдиҡова, Азамат Хәлилов һәм башҡалар уйнай. Сируси ролен уйнаған актер Ринат Баймырҙин әйтеүенсә, фильм сыҡҡандан һуң ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа күптәр уны танып, "Сируси" тип өндәшә башлаған. – Фильм экранға сыҡҡас, ауылдарҙа гастролдә саҡта балалар "Сируси, Сируси" тип арттан баҫтырып йөрөй торғайны. Телевизор ҡараусылар араһынан күптәр яңы тыуған быҙау йә көсөгөн “Сируси” тип атай башланы. Республика халҡының геройымды йылы ҡабул итеүенә бик шатмын, – тине актёр. Ә бына тәфтишсе ролен уйнаған Рәсил Сынбулатов сериалға төшөр өсөн бер айҙа 12 килограмға ябыҡҡан! – Һыу һәм йәшел сәй генә эстем, ҡамыр аштарынан тулыһынса баш тарттым, тағы ла иртә һайын скакалкала 160-ар тапҡыр һикерҙем, – тип ябығыу сере менән уртаҡлашты актер. Фильм төшөргәндә ғәҙәттән тыш хәлдәр ҙә булған. – Маҡар ауылында умартасылар күп һәм, әлбиттә, бал ҡорттары ла мыжғып тора. Береһе мине сағып китте. Шул арҡала сериал төшөрөү эштәрен бер аҙнаға туҡтатырға тура килде. Эшкә тотонғас та, бал ҡорто икенсе күҙемде сағып китте. Ярты ай буйына шулай бер нәмә лә төшөрмәнек, – тип хәтерләй Рәсил Сынбулатов. Режиссер Руслан Юлтаев һүҙҙәренсә, сериалдың сюжеты уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Ишембай урмандарында булған ысынбарлыҡтағы тарихҡа нигеҙләнгән. – “Сируси”ҙың дауамының сценарийы күптән әҙер, үҙенең сәғәтен көтә, – ти режиссер. Ә һеҙ сериалдың дауамын күрергә теләр инегеҙме?Фото: Руслан Юлтаевтың шәхси архивынан.