Республика райондары хакимиәттәрендә ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙең һаны арта бара. Был аҙнала исемлеккә Балаҡатай районы ҡушылды. Унда хакимиәттнең яңы башлығы итеп Лилиә Мулланурова тәғәйенләнде. Әлеге ҡарарҙы район Советы депутаттары ҡабул итә. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул райондың яңы етәксеһенә милли проекттарҙы, федераль һәм республика программаларын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итеү мөһим, тине Лилиә Мулланурова Балаҡатай районының Билән ауылында тыуған. 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын, 2008 йылда БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлай. Хеҙмәт юлын Балаҡатай районының Яңы Масҡара башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Шуның менән бергә Билән ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы, район хакимиәтенең йәштәр эштәре комитеты рәйесе, кадрҙар һәм мәғлүмәти-аналитик бүлеге рәйесе булып эшләй. 2020 йылдың ноябренән район башлығының социаль-мәҙәни һәм гуманитар мәсьәләләр