Ошо көндәрҙә Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында йәшәгән Рауза Иҙрис ҡыҙы Йәнбухтинаға 100 йәш тулды. Бер быуатлыҡ ғүмер юлы үткән ағинәйҙе район хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев үҙе барып ҡотланы. – Ҙур ҡыуаныс менән барып, Рауза Иҙрис ҡыҙын бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланым. Уның беҙҙе яҡшы торошта һәм асыҡ хәтер менән ҡаршы алыуына бик шатмын. Аралашыу ваҡытында тапҡырлығы менән таң ҡалдырҙы, шаяртырға ла, тормошонан ваҡиғаларҙы һөйләргә лә, аҡыллы кәңәштәр бирергә лә өлгөрә ул. Бөтә яңылыҡтарҙы район гәзитенән белеп, уңыштарға шатланыуын әйтте. Үҙ ғүмерендә күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булған, һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙы үҙ иңендә кисергән. Ул барыбыҙ өсөн дә сыҙамлыҡ һәм эшһөйәрлек өлгөһө булып тора. Рауза апай мәктәптә, һуңынан Саҡмағош район ҡулланыусылар союзында эшләй һәм 32 йыл тиерлек Иҫке Ҡалмаш элемтә бүлексәһен етәкләп, унан хаҡлы ялға сыға. Айырым ҡаҙаныштары өсөн күп һанлы наградаларға лайыҡ була. Ире менән бергә ул үҫтергән, ейәндәрен тәрбиәләүҙә ярҙа