Башҡортостандың Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Хәрби дан һәм район үҙәгенең хәтер аллеяһы – 2023 йылда муниципалитетта йәшәүселәр әүҙем тауыш биргән объект төҙөкләндерелде. Хәҙер ингән ерҙә ҙур ҡыҙыл йондоҙ барлыҡҡа килде. Афғанстан халҡына интернациональ ярҙам күрһәткәндә һәләк булған яугирҙәргә һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияға арналған үҙәк стела яңыртылды. Бынан тыш, аллеяла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, танкистарға, тыл эшсәндәренә һәм һуғыш балаларына арналған стелалар ҡуйылған. Бөтә яугирҙәр иҫтәлегенә Мәңгелек ут тоҡанды. Күп кешеләрҙең хеҙмәте арҡаһында йәмәғәт киңлеге күркәмерәк, замансараҡ һәм тағы ла әһәмиәтлерәк була бара. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бында килә, илебеҙ тарихын өйрәнә һәм киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен биргәндәрҙе хәтерләй алһын өсөн ҙур көс һалынған. - Хәрби дан һәм хәтер аллеяһы һәр ваҡыт халҡыбыҙҙың ыс