6 ноябрҙә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ҡарағай” шифаханаһына 55 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе шифахананың мөмкинлектәре менән танышты һәм учреждениеның хеҙмәт коллективы менән аралашты. Шифахана директоры Артур Бәҙретдинов “Ҡарағай”ҙың тәпәш таулы курорттарға ҡарауы, уртаса климатлы урман зонаһында урынлашыуы хаҡында һөйләне. Тәбиғәт шарттары һәм заманса матди база шифаханаға төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау өсөн бальнео- һәм климат терапияларын файҙаланырға мөмкинлек бирә. Һауыҡтырыу комплексы өс йоҡо корпусынан һәм биш коттедждан, дауалау-диагностика блогынан, ял үҙәгенән, ресторандан һәм ике ашхананан тора. Йыл һайын шифаханала 7 меңдән ашыу кеше дауалана. Учреждениела 200 белгес эшләй. Сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Хәрби Дан музейын асыу тантанаһында ҡатнашты. Экспозицияның бер өлөшө Советтар Союзы Геройы, Мәсетле районынан лётчик-штурмовик Ҡотдос Латиповтың тормошо һәм батырлығы хаҡында һөй