Йәшәгән еребеҙҙә һуңғы арала йыш күргән бер апай менән һөйләшә, аралаша башланыҡ. Ҡалаға ҡыҙының янына килгән икән, уның игеҙәк бәпәйҙәрен ҡараша. Аҙ булһа ла ярҙам булһын тип йыйыштырыусы эшенә лә урынлашҡан. Моңһоу ҡарашлы был апай бер көн күҙҙәрен мөлдөрәтеп кенә ҡарап: – Бөгөн улымдың тыуған көнө. Уға 35 йәш тулған булыр ине... – тип ҡуйҙы. Эсенә йыйылған һағыш-зарҙы кемгә булһа ла бушатҡыһы килгәндер инде, ул асылып китеп, тормош юлын бәйән итте. – Ирем бик ҡыҙыу холоҡло кеше ине, эсергә әүәҫлеге лә булды. Иҫереп алһа, бигерәк холоҡһоҙ: тәнемдең ҡарар урынын ҡалдырмай туҡмаған, ике бала менән төн уртаһында өйҙән ҡыуып сығарған саҡтары шул тиклем күп булды. Әммә барыр ерем, батыр күлем булмағас, балалар хаҡына тип йәшәнем инде. Айыҡ сағында емертеп эшләй, аҡса ла таба белде, һәр хәлдә, мохтажлыҡта йәшәмәнек. Әммә шул эсеп боларыуҙары, ҡатылығы менән үҙәккә үтте. Балаларым яҡшы уҡыны. Улым институтты тамамлап, үҙебеҙҙәге хужалыҡҡа эшкә ҡайтты. Эшен дә оҡшатты, үҙен дә яраттылар. Тик