Халыҡ кемгә лә булһа ҡушамат йәбештерергә әүәҫ. Ҡайһы ауылға ғына барһаң да, исеменә өҫтәп ҡыҙыҡлы атамаһы булған (бәғзе мәл ул әҙәм балаһының фиғеленә тап килеп тора бит әле) кешене осратаһың.
Бөтә ил Бразилия, Мексика сериалдары менән мауыҡҡан мәлдәрҙә Ишҡол ауылында, мәҫәлән, күпселек әлеге сериал геройҙарының исемдәрен йөрөтә ине. Бер һауынсыға “Байҙар ҙа илай” кинофильмынан Эстер исемен таҡҡандар. Былай сибәр генә йәш ҡатын инде ул Эстер, әммә, хәтерләһәгеҙ, холҡо аламараҡ. Һауынсы ғәрләнгәндер инде, илап ауыл түрәһенә килгән.
– Ағай, миңә Эстер тип әйтәләр, эшкә йөрөмәйем башҡаса, – ти икән был.
– Эй-й-й, һеңлекәш, юҡҡа көйәләнәһең, бына миңә “Фюрер” тиҙәр. Бер ҙә иламайым бит, – тигән түрә.
Һауынсы тынысланып сығып киткән, эшен дә ташламаған. Ә лаҡап әле булһа йөрөй.
Район үҙәге Асҡарға күсеп килгәндә миңә туғыҙ йәш тирәһе ине. Ул саҡта Асҡар – ыҡсым ғына ауыл, бар халыҡ бер-береһен белә. Күбеһе ҡушаматлы. Хәтеремә иң ныҡ уйылып ҡалғаны – Кәпәс әбей (Шапка-бабка), Йөн табан.