Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Көнбағыш уңышы ҡыуандыра

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлғынан хәбәр итеүҙәренсә, был культураның 84 проценты һуғылған. Әлеге мәлгә 460 мең тонна көнбағыш йыйылған, уңыш гектарынан 17,4 центнер тәшкил итә. Көнбағыш айырыуса Стәрлетамаҡ районында уңған. Бында 38 мең тонна уңыш йыйылған. Көйөргәҙе районында 34 мең тонна, Федеровка районында – 33,8 мең тонна уңыш йыйылған. Ә бына Дүртөйлө районында көнбағыш иң юғары уңыш алғандар: бында гектарынан 26 центнер көнбағыш һуғылған. Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» акционерҙар йәмғиәте эшсәндәре һауа торошо боҙолмаҫ элек баҫыуҙарҙа эште тамамларға ниәтләй. Шуға бында ҡыҙыу осор мәле: ер һөрәләр, силос соҡорҙары ябыла, бесән фермаларға ташыла. Көнбағыш баҫыуҙарында эштәр күп әле. Уҫылы бүлексәһендә был мөһим майлы культураны йыйыуға ике аҙна элек төшкәндәр. Идарасы Юрий Спиридонов әйтеүенсә, ике мең ярым гектарҙың 600 гектары сабылған һәм һуғылған. Көнбағыш уңышы ҡыуандыра - гектарынан кәм тигәндә 30 центнер сыға. Көнбағыштың ҡоро булыуы ҡыуандыра (дымлылығы 7-8

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлғынан хәбәр итеүҙәренсә, был культураның 84 проценты һуғылған. Әлеге мәлгә 460 мең тонна көнбағыш йыйылған, уңыш гектарынан 17,4 центнер тәшкил итә. Көнбағыш айырыуса Стәрлетамаҡ районында уңған. Бында 38 мең тонна уңыш йыйылған. Көйөргәҙе районында 34 мең тонна, Федеровка районында – 33,8 мең тонна уңыш йыйылған. Ә бына Дүртөйлө районында көнбағыш иң юғары уңыш алғандар: бында гектарынан 26 центнер көнбағыш һуғылған. Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» акционерҙар йәмғиәте эшсәндәре һауа торошо боҙолмаҫ элек баҫыуҙарҙа эште тамамларға ниәтләй. Шуға бында ҡыҙыу осор мәле: ер һөрәләр, силос соҡорҙары ябыла, бесән фермаларға ташыла. Көнбағыш баҫыуҙарында эштәр күп әле. Уҫылы бүлексәһендә был мөһим майлы культураны йыйыуға ике аҙна элек төшкәндәр. Идарасы Юрий Спиридонов әйтеүенсә, ике мең ярым гектарҙың 600 гектары сабылған һәм һуғылған. Көнбағыш уңышы ҡыуандыра - гектарынан кәм тигәндә 30 центнер сыға. Көнбағыштың ҡоро булыуы ҡыуандыра (дымлылығы 7-8 процент), шуға күрә һаҡлау алдынан өҫтәмә киптереү талап ителмәй - уңыш шунда уҡ элеваторға оҙатыла ти Юрий Спиридонов. Фотолар Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең Ауыл хужалығы бүлегенән алынды.