Ул үҙенең еңеүен “илебеҙҙең әлегә күрмәгән сәйәси еңеүе” тип атап. Бөгөн бөтә донъя күҙәткән сәйәси ваҡиға хәл ителде: Америкала Президент һайлауҙары үттеһәм яҡынса еңеүсе асыҡланды. Дональд Трамп Америка Ҡушма Штаттары президентын һайлауҙа еңеүе тураһында иғлан итте. Ул үҙен Американың 47-се президенты тип атаны. Был хаҡта ул үҙе яҡлылар алдында сығыш яһағанда белдерҙе. “Америка халҡына һайланған 47-се президенты һәм 45-се президентығыҙ булыу хөрмәте өсөн рәхмәт әйткем килә”, - тине ул һәм тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен “илебеҙҙең әлегә тиклем күрмәгән сәйәси еңеүе” тип атаны. Быға тиклем Трамптың еңеүе тураһында Fox News каналы ла белдерҙе. Әйткәндәй, АҠШ-тың башҡа киң мәғлүмәт саралары һайлау тамамланыуы тураһында хәбә итмәй. Associated Press белдереүенсә, ул 267 тауыш йыйған, The New York Times шулай уҡ 267 тауыш тураһында яҙа, ә Reuters мәғлүмәттәре буйынса – 266. Еңеү өсөн 270 тауыш йыйыу кәрәк. Әле Америка Ҡушма Штаттарында 47-се президентты һайлайҙар, ә Трамп үҙ ваҡытында (