Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Стәрлетамаҡта яңы сәскә магазины асылды

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ярҙамында “Цвет Маркет” яңы сәскә магазины асылды. Проект инициаторы консультация ярҙамын һорап Стәрлетамаҡ хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ бүлегенә мөрәжәғәт иткән. “Цвет Маркет” сәскә магазинында һәр ваҡыт төрлө сәскәләр табырға мөмкин. Салонда ҙур эш тәжрибәһенә һәм иҫ киткес тәмгә эйә флористар командаһы эшләй. “Цвет Маркет” – классиканан креативлыҡҡа тиклем заманса флористика. Эштәрен оҫта башҡарыу һәм клиенттың бөтә теләктәрен тормошҡа ашырыу өсөн “Цвет Маркет” командаһы билдәле илдәрҙең плантацияларынан һайлап алынған иң яҡшы сәскәләрҙе файҙалана. Унда флористика донъяһындағы трендтарҙы күҙәтәләр, үҫемлектәрҙе һайлау һәм ташыу, уларҙы тәрбиәләү һәм һаҡлау буйынса бөтә кәрәкле белемгә һәм оҫталыҡҡа эйә. Әгәр гөлләмәне үҙең барып алырға мөмкинлегең булмаһа, социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар, интернет-магазин аша йәки телефон аша килтереүгә заказ бирергә мөмкин. Салон махсус флорис

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ярҙамында “Цвет Маркет” яңы сәскә магазины асылды. Проект инициаторы консультация ярҙамын һорап Стәрлетамаҡ хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ бүлегенә мөрәжәғәт иткән. “Цвет Маркет” сәскә магазинында һәр ваҡыт төрлө сәскәләр табырға мөмкин. Салонда ҙур эш тәжрибәһенә һәм иҫ киткес тәмгә эйә флористар командаһы эшләй. “Цвет Маркет” – классиканан креативлыҡҡа тиклем заманса флористика. Эштәрен оҫта башҡарыу һәм клиенттың бөтә теләктәрен тормошҡа ашырыу өсөн “Цвет Маркет” командаһы билдәле илдәрҙең плантацияларынан һайлап алынған иң яҡшы сәскәләрҙе файҙалана. Унда флористика донъяһындағы трендтарҙы күҙәтәләр, үҫемлектәрҙе һайлау һәм ташыу, уларҙы тәрбиәләү һәм һаҡлау буйынса бөтә кәрәкле белемгә һәм оҫталыҡҡа эйә. Әгәр гөлләмәне үҙең барып алырға мөмкинлегең булмаһа, социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар, интернет-магазин аша йәки телефон аша килтереүгә заказ бирергә мөмкин. Салон махсус флористик һыуытҡыс менән йыһазландырылған. Сәскәләр донъяның төрлө мөйөштәренән килтерелеүгә ҡарамаҫтан, һатып алыусы һәр саҡ ентекле контроль, һәр үҫемлекте килтереү һәм һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәү һөҙөмтәһендә саф сәскәләр гөлләмәһен аласаҡ. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.