Бөгөн Минск ҡалаһының Матбуғат йортоноң Матбуғат үҙәгендә Беларусь Республикаһын немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығына арналған матбуғат конференцияһы үтте, унда “Башҡортостан улдары Беларусь өсөн һуғыштарҙа” халыҡ-ара нәшриәт проектының презентацияһы үтте. – 2024 йыл туғандаш беларустар өсөн мөһим дата тип билдәләнде. Ул Беларусь ерен немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығы байрағы аҫтында үтә. Тап ошо тема быйыл Беларусь Республикаһында барған бөтә ваҡиғалар һәм саралар аша ҡыҙыл еп булып һуҙыла. Ҡәрҙәштәребеҙҙең азатлығы, тыныслыҡ һәм еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәйенсә беҙҙең яугирҙәр – башҡорттар ҙа көрәште. Бөгөн Минскиҙа тап ошо хаҡта – Башҡортостанда тыуғандарҙың фашизмды еңеүҙәге роле тураһында һөйләнеләр. Бында “Башҡортостан улдары Беларусь өсөн һуғыштарҙа” халыҡ-ара нәшриәт проектының презентацияһы үтте, унда беҙҙең хеҙмәткәр – Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Константи
Башҡортостан улдары Беларусь өсөн һуғыштарҙа ҡатнашҡан
5 ноября 20245 ноя 2024
1 мин