Ҡыйғы районының Ибрай ауылында булған ҡот осҡос янғын ун йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙҙө. Уны ҡотҡарырға тырышҡан атаһы ҡурҡыныс йәрәхәттәр алды. Әле был хәл тураһында анығыраҡ билдәле булды. Янғын ял көнө, 3 ноябрҙә сыҡты. Йортта күп балалы ғаилә йәшәгән – дүрт ҡыҙ үҫкән. Фажиғә көнөндә атай менән әсәй ике өлкән ҡыҙын алып күршеләренә ҡаҙ өмәһенә киткән. Ун йәшлек игеҙәктәр өйҙә ҡалған. Янғын сыҡҡас, ҡыҙҙарҙың береһе өйөнән тиҙ генә сыға ала һәм күршеләренә барып, атаһына был турала хәбәр итә. Ир шунда уҡ ҡыҙын ҡотҡарым тип ташлана, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны таба алмай. Ғаилә башлығы, 41 йәшлек Олег Аллабирҙиндың тәне икенсе һәм өсөнсө дәрәжә бешә, әле ул дауаханала. Әйткәндәй, бөгөн ирҙең хәле бер аҙ тотороҡланғас, уны санитар авиацияһы Өфөгә күсергән. – Әле уның тәненең 50 проценты бешкән, киләсәктә уның эшләй алыуы бик шикле. Әсә кеше ҡыҙҙары менән ваҡытлыса күршеләрендә йәшәй, – тигән ғаиләнең туған кешеһе. Шулай уҡ асыҡланыуынса, ир икенсе төркөм инвалиды, шуға күрә уға аяҡҡа баҫыу