Башҡортостан социаль газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса илдең иң эре төбәктәре араһында беренсе урынды биләй. Был хаҡта “Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең– “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе ойошмаһы генераль директоры Альберт Лоҡманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль газ үткәреү программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла. 2021 йылда дәүләт башлығы быға тиклем газ үткәрелгән тораҡ пункттарҙа йорт биләмәләре сиктәренә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы. Был эш өсөн берҙәм газ үткәреү операторы яуаплы. Башҡортостанда был программа буйынса 50,8 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ ҡайтарылған да инде. –Бөтәһе 67 293 ғариза алдыҡ. Газ бүлеү селтәрҙәре 59 961 йорт биләүен сиккә еткерҙе, – тип билдәләне Альберт Лоҡманов. – 2 205 тораҡ пунктта яҡынса 63 мең йортҡа газ үткәреү өсөн техник мөмкинлектәр тәьмин ителде. Республиканан газ үткәр