Башҡортостандың Хәйбулла районы ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡаҙағстанға 288 тоннанан ашыу киптерелгән нут экспортлаған, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. Башҡортостан продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының бурыстарының береһе булып тора. – Ҡуҙаҡлы культураның бөтә 11 партияһы ла тикшерелгән. Импортлаусы ил һәм Таможня союзы талаптарына ярашлы, "ҡытай борсағы" һынауҙары Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында лаборатор экспертиза үтте, – тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһында. Энтомологик һәм гербологик экспертизалар һөҙөмтәләре буйынса карантин зарарлы организмдар пробаларында асыҡланмаған. Башҡорт нуты ЕАЭС һәм импортлаусы ил талаптарына тулыһынса тап килә. Россельхознадзор күрһәткән ярҙам Рәсәй Президентының май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”
Башҡортостан Ҡаҙағстанға 288 тонна “ҡытай борсағы”н оҙатты
5 ноября 20245 ноя 2024
~1 мин