Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Урмантауҙар өсөн оло шатлыҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Салауат районының Урмантау ауылында оҙаҡламай яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Дауалау учреждениеһына бары лицензия алырға ғына ҡалды. Яңы медицина пунктында Урмантау ауылы халҡынан тыш, Атаутамаҡ һәм Ташауыл кешеләре лә хеҙмәтләндереләсәк. Уларҙа 340 кеше йәшәй, шул иҫәптән, 72 бала. Яңы медицина пунктында сифатлы медицина ярҙамы алыу өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Прививка яһатырға, диспансерлаштырыу үткәрергә лә мөмкинлек бар. Ауыл халҡы өсөн яңы медицина учреждениеһы асылыуы әһәмиәтле ваҡиға, сөнки уларҙың күбеһен өлкәндәр тәшкил итә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение)

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Салауат районының Урмантау ауылында оҙаҡламай яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Дауалау учреждениеһына бары лицензия алырға ғына ҡалды. Яңы медицина пунктында Урмантау ауылы халҡынан тыш, Атаутамаҡ һәм Ташауыл кешеләре лә хеҙмәтләндереләсәк. Уларҙа 340 кеше йәшәй, шул иҫәптән, 72 бала. Яңы медицина пунктында сифатлы медицина ярҙамы алыу өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Прививка яһатырға, диспансерлаштырыу үткәрергә лә мөмкинлек бар. Ауыл халҡы өсөн яңы медицина учреждениеһы асылыуы әһәмиәтле ваҡиға, сөнки уларҙың күбеһен өлкәндәр тәшкил итә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: https://mgazeta.com/articles/natsproekty/2024-10-28/novyy-fap-v-salavatskom-rayone-budete-obsluzhivat-zhiteley-tryoh-dereven-3986844