Аҙналыҡты Хәлисә Мөҙәрисованың повесы буйынса ҡуйылған "Бәхет хаҡы" музыкаль мелодрамаһы менән асылды. Ул 2012 йылдан алып аншлаг менән бара, ә кисә 190-сы тапҡыр күрһәтелде! Спектакль тамамланғандан һуң тынмаған дәррәү алҡыштар һәм әйтелгән ихлас рәхмәт һүҙҙәре театр коллективына һәм баш режиссерына иң яҡшы бүләк булды. Был көндө шулай уҡ театр фойеһында Айрат Әхтәм улы ҡуйған спектаклдәрҙең фотокүргәҙмәһе асылды. Бөгөн аҙналыҡты Мәжит Ғафуриҙың повесы буйынса ҡуйылған "Ҡара йөҙҙәр" спектакле дауам итә. Ул Рәсәй милли театр премияһында һәм “Алтын битлек” фестивалендә уңышлы ҡатнашты, ҡуйылыш рәссамы Альберт Нестеров “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” номинацияһында еңеү яуланы. 2024 йылдың апрелендә Будапешт ҡалаһында Халыҡ-ара театр фестивале сиктәрендә спектакль Венгрия Милли театрының төп сәхнәһендә уйналды. 6 ноябрҙә Зифа Ҡадированың повесы буйынса ҡуйылған “Һинһеҙ килгән яҙҙар” мелодрамаһы күрһәтелә. Спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырмай – илата ла, көлдөрә лә. 7 ноябрҙә ҡ