Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында эшләп килгән “Шатлыҡ” халыҡ бейеү ансамбле ойошторолоуға 25 йыл тулды. Ошо уңайҙан уның коллективы күптән түгел тамашасыларын юбилей концертына йыйҙы. Башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын бөтә матурлығында, сағыулығында күрһәтә белә “Шатлыҡ”. – Ул – беҙҙең милли ойошманың ғорурлығы, визит карточкаһы. Туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү, төрлө халыҡтар араһындағы бәйләнеште нығытыу маҡсатында ойошторолған ансамбль үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәп, йылдан-йыл юғарыраҡ үрҙәр яулай бара, – ти Сорғот ҡалаһындағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияның башҡарма директоры Зөлфирә Һырлыбаева. Тарихына килгәндә, “Шатлыҡ” бейеү ансамбле 1999 йылдың октябрендә урындағы башҡорт һәм татар йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағында барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта төркөмдә 25 кенә кеше шөғөлләнә. Шул мәлдән алып 2012 йылға тиклем ансамблгә Рәзинә Сәмиғуллина етәкселек итә. “Шатлыҡ”ҡа ҡушылырға теләгән бейеүселәр артҡандан-арта бара, тамашасылар ҙа күбәйә. Һөҙөмтәлә ансамблгә 2010 йылд