Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Талисманым – ғаиләмдең ышанысы”

“Сургут” – өс бала атаһы. Күгәрсен районының Ерекле ауылында тыуып үҫкән, әммә бер нисә йыл элек ғаиләһе менән Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһына күсеп барған. Махсус хәрби операцияға ла шунан юлланған. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ ялға ҡайтып китте. Ялында ул көндөҙгө стационарҙа һаулығын нығытырға, Башҡортостандағы туғандары менән осрашырға һәм “Башҡортостан” гәзитенә интервью бирергә өлгөрҙө. – Яҡташ, ни өсөн контракт төҙөргә булдығыҙ? Ҡатынығыҙ Юлиә Юлай ҡыҙы был яңылыҡты нисек ҡабул итте?– Яҡын дуҫтарым өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға саҡырылғас, уларға: “Егеттәр, мин дә эргәгеҙгә барасаҡмын!” – тип әйттем. Тәүге айҙарҙа миңә лә саҡырыу килер тип көттөм, һәр ваҡыт яуҙағы егеттәр менән бәйләнештә булдым. Ҡатыным менән ғаилә ҡороп йәшәүебеҙгә – 17 йыл, бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңларға өйрәнгәнбеҙ, шуға ла ул минең нимә уйлағанды һиҙеп, үҙен рухи яҡтан әҙерләп йөрөгән.– Дуҫтарығыҙ менән бер батальонға эләктегеҙме?– Эйе, беҙҙең батальон 49-сы армияға ҡарай. Д

“Сургут” – өс бала атаһы. Күгәрсен районының Ерекле ауылында тыуып үҫкән, әммә бер нисә йыл элек ғаиләһе менән Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһына күсеп барған. Махсус хәрби операцияға ла шунан юлланған. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ ялға ҡайтып китте. Ялында ул көндөҙгө стационарҙа һаулығын нығытырға, Башҡортостандағы туғандары менән осрашырға һәм “Башҡортостан” гәзитенә интервью бирергә өлгөрҙө. – Яҡташ, ни өсөн контракт төҙөргә булдығыҙ? Ҡатынығыҙ Юлиә Юлай ҡыҙы был яңылыҡты нисек ҡабул итте?– Яҡын дуҫтарым өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға саҡырылғас, уларға: “Егеттәр, мин дә эргәгеҙгә барасаҡмын!” – тип әйттем. Тәүге айҙарҙа миңә лә саҡырыу килер тип көттөм, һәр ваҡыт яуҙағы егеттәр менән бәйләнештә булдым. Ҡатыным менән ғаилә ҡороп йәшәүебеҙгә – 17 йыл, бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңларға өйрәнгәнбеҙ, шуға ла ул минең нимә уйлағанды һиҙеп, үҙен рухи яҡтан әҙерләп йөрөгән.– Дуҫтарығыҙ менән бер батальонға эләктегеҙме?– Эйе, беҙҙең батальон 49-сы армияға ҡарай. Дуҫтарым – “Пчёлка” менән “Фартовый” позывнойлы яугирҙәр, Ейәнсура районының Таҙлар һәм Иҫәнғол ауылы егеттәре.– Махсус хәрби операцияға барғанға тиклем хәрби әҙерлегегеҙ бар инеме?– 2008 – 2009 йылдарҙа һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем, шулай ҙа яуға ныҡлы әҙермен, тип бер ҡасан да ышаныслы әйтеп булмай. Бында теләһә ҡайһы секундта өҫтән дә, аҫтан да, уңдан да, һулдан да килтереп бәреүҙәре ихтимал. Бер снаряд ярсығы килеп эләкһә лә, “хуш, ауылым” була. Шуға Аллаһы Тәғәләгә генә һыйынаһың, уның ғына яҡлауына өмөт итәһең.– Дошман менән күҙгә-күҙ осрашҡанығыҙ булдымы?– Беҙҙең батальон Херсон өлкәһендә урынлашҡан. Днепр йылғаһының һул ярында – беҙ, уң ярында – дошмандар. Беҙ һөжүм итмәйбеҙ, ә алғы һыҙыҡты тотоп торабыҙ. Теге яҡтан Польшаның 60-мм минометынан аталар, дрондар менән һөжүм итәләр. Үҙҙәренең поляк, француз телдәрендә һөйләшкәнен ишеткәнем булды, былай күҙгә-күҙ күрешкәнем юҡ.– Тылдағы халыҡ яугирҙәребеҙгә тип гуманитар ярҙам йыйып ебәреп тора. Улар һеҙгә – алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә барып етәме?– Эйе, Аллаһҡа шөкөр, барыһы ла килеп етә. Беҙ, Башҡортостан егеттәре, яҡташтарыбыҙҙың ныҡлы ярҙамын тоябыҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азамат Шамил улы Баҙранов йыш ҡына махсус хәрби операция биләмәһенә килеп йөрөй, егеттәр менән һәр ваҡыт бәйләнештәләр.Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановҡа һәм урындағы ирекмәндәргә рәхмәт, нимә һорайбыҙ, шуны ебәрергә тырышалар. Мәҫәлән, көрәк һаптары, ҡаҙау, саморез ебәргәйнеләр. Ғаяз Ҡолоев тигән ағай “Мы вместе, брат!” тигән төркөм булдырып, шулай уҡ махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам йыя. Теге барғанымда “Дружба” бысҡыһы биргәйне, был барғанда мылтыҡҡа патрон бирҙе. Мылтыҡ менән беҙ дрондарҙы атып төшөрәбеҙ.Ошо ҡайтҡанымда шулай уҡ “Башнефтегеофизика” акционерҙар йәмғиәте яҡынса ярты миллион һумлыҡ әйбер – тепловизорҙар һәм тепловизорҙан һаҡлай торған плащтар биреп ебәрҙе.Балалар яҙған хаттарҙы һәм үҙҙәре эшләгән бүләктәрҙе лә алып ҡыуанабыҙ. Мәҫәлән, бер мәл өс уйынсыҡ Чебурашка килеп еткәйне, уларҙы “Пчёлка”, “Фартовый” һәм мин бүлешеп алдыҡ, әле ялға ҡайтҡанда ла сумка төбөнә һалып алдым.– Был Чебурашка һеҙҙең талисманмы?– Уйынсыҡ бары тик тыуған яҡ менән бәйләнеш символы булып тора. Ә минең өсөн талисман – ул балаларым, ғаиләм, уларҙың – миңә, минең уларға булған ышанысым, атай-әсәйемдең изге теләктәре, 90 йәшлек өләсәйемдең доғалары, туғандарымдың ҡорбан салдырып, аяттар бағышлап көтөп тороуы.– Фронтҡа тағы ла ниндәй гуманитар ярҙам кәрәк?– Халыҡтың бөртөкләп йыйған һәр ярҙамын алып торабыҙ. Беҙгә, иң мөһиме, тыныслыҡ һәм ғаиләләребеҙ менән бергә булыу кәрәк. Фото: "Сургут"тың шәхси архивынан.