Найти в Дзене

Мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

Благовещенда “Экология” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экология”), ПОЛИЭФ (Башҡортостандағы СИБУР предприятиеһы) һәм республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, Благовещен районы хакимиәте, “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса төбәк операторы" араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Был документ пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү тармағында яҡтарҙың хеҙмәттәшлеген билдәләй. Благовещенда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн 52 майҙансыҡта махсус контейнерҙар ҡуйыласаҡ, ул ПЭТ-пластикты тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ яҡтарҙың хеҙмәттәшлеге арҡаһында республикалағы тәүге экойорт асыла. Унда ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар экология ғәҙәттәре тураһында һөйләшә аласаҡ, ҡалдыҡтарҙы сортировкалау мәсьәләһен тикшерәсәк, икенсе сеймалды эшкәртеүгә тапшыра аласаҡ. Экойортто файҙаланыуға тапшырыу һәм ПЭТ-пластикты айырым йыйыу буйынса проектты башлау районда пластикты икенсел эшкәртеү кимәлен күтәреүгә маҡсатланған. Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу тәжрибәһен башҡа райондар

Благовещенда “Экология” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экология”), ПОЛИЭФ (Башҡортостандағы СИБУР предприятиеһы) һәм республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, Благовещен районы хакимиәте, “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса төбәк операторы" араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Был документ пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү тармағында яҡтарҙың хеҙмәттәшлеген билдәләй. Благовещенда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн 52 майҙансыҡта махсус контейнерҙар ҡуйыласаҡ, ул ПЭТ-пластикты тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ яҡтарҙың хеҙмәттәшлеге арҡаһында республикалағы тәүге экойорт асыла. Унда ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар экология ғәҙәттәре тураһында һөйләшә аласаҡ, ҡалдыҡтарҙы сортировкалау мәсьәләһен тикшерәсәк, икенсе сеймалды эшкәртеүгә тапшыра аласаҡ. Экойортто файҙаланыуға тапшырыу һәм ПЭТ-пластикты айырым йыйыу буйынса проектты башлау районда пластикты икенсел эшкәртеү кимәлен күтәреүгә маҡсатланған. Шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу тәжрибәһен башҡа райондарға таратыуға нигеҙ һалыу билдәләнгән. -Благовещенда экойорт эшен башлау һәм ПЭТ-шешәләрҙе айырым йыйыуҙы ойоштороу граждандарҙы экология башланғыстарына йәлеп итеүгә яңы мөмкинлектәр аса. Был иһә ҡулланыу мәҙәниәтен күтәреүгә булышлыҡ итә. Пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү тәжрибәһен таратыу кешеләрҙең именлегенә йоғонто яһаясаҡ, - тине ПОЛИЭФ-тың генераль директоры Павел Романенко. Ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар майҙансыҡтарында бактар урынлаштырыуҙан тыш ҡаланың белем биреү һәм мәҙәни учреждениеларына ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу сараһын индереү был эштең мөһим өлөшө булып тора. ПЭТ-шешәләр йыйыу өсөн махсус сеткалар мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында барыҡҡа киләсәк. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.