Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 2-се полиция бүлегенә 53 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға үҙе эшләгән учреждениеның “етәксе урынбаҫары” шылтыратҡан һәм: “Енәйәтселәр һеҙҙең иҫәптән аҡса урлап маташа”, – тип хәбәр иткән. Артабан йәнәһе лә дәүләт учреждениеһы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар булған. Шуға күрә, енәйәтселәргә ышанып, ҡатын барлыҡ күрһәтмәләрҙе күндәм генә үтәгән. Ул енәйәтселәргә миллионға яҡын шәхси аҡса һәм миллиондан саҡ ҡына күберәк кредит аҡсаһы күсергән. Әммә мутлашыусылар был ғына етмәй, һәм улар ышаныусан ҡатынды фатирын һатырға, ә һатыуҙан килгән аҡсаларҙы банкоматтар аша үҙҙәре күрһәткән иҫәпкә күсерергә күндерә. Дөйөм зыян 4 миллион ярым һумдан ашыу тәшкил иткән. Ә бына Учалы районында йәшәүсе иһә автомобиль һатып алған саҡта иғтибарһыҙ булған. Ул ниндәйҙер коммерция ойошмаһының һатыу буйынса менеджеры булып таныштырған билдәһеҙ ир менән бәйләнешкә ингән һәм ун көн буйына аралашыуын дауам иткән. Һөйләшеүҙәр