Рәсәй Президенты Владимир Путин, ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан халҡын Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләне. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров адресына йүнәлтелгән ҡотлауында түбәндәге һүҙҙәр бар: - Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! Патриотизм һәм берҙәмлек йолалары, ныҡлы әҡлаҡи, рухи таяныс беҙҙең ата-бабаларыбыҙға ауыр һынауҙарҙы үтергә, бөйөк дәүләт булдырырға ярҙам иткән. Уларҙың ҡаһарманлығы, хеҙмәт ҡаҙаныштары, Ватанға хеҙмәт итеүгә ынтылышы беҙгә һәр ваҡыт тыуған илгә һөйөү,уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ өлгөһө буласаҡ, - тиелә ҡотлауҙа. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡотлауында ла изге теләктәр яҙылған: - Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Был байрам тыуған илен яратыусыларҙы, Рәсәй бөйөк, көслө дәүләт булһын өсөн барыһын да эшләүселәрҙе берләштерә. 1612 йылдың 4 ноябрендә берҙәмлек, ҡаһарманлыҡ менә