Баҡтиһәң, ТНТ каналында барған "Ҡалалар лигаһы" шоуында республикабыҙҙан ҡыҙҙар ҡатнашҡан һәм Башҡортостан, Татарстан Республикаларының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың йырын башҡарған. Улар финалға етеп, 10 миллион һум күләмендә аҡса оторға ниәтләй. Команда Салауат ҡалаһынан барған. Быға тиклем улар ярымфиналға барып еткән, ә икенсе миҙгелдә иһә сирекфиналға сыға алмаған. Ҡыҙҙар өсөнсө миҙгелдең һайлап алыу турында башҡорт телендә йырҙы интеграциялаған. Команда шаян алышта Айҙар Ғәлимовтың "Һин минең йәнемдең яртыһы" йырын сабыйҙарҙы йоҡлатыр өсөн бишек йыры сифатында ҡулланған. Ҡыҙҙар әйтеүенсә, әгәр ҙә "Ҡалалар лигаһы" шоуында еңһәләр, 10 миллион һум аҡсаны ҡайҙа йүнәлтерен ҡарар иткәндәр ҙә инде. - Даими эшебеҙ булғас, ошондай ваҡыттарҙа һорап китеүе бик ауыр. Финанс яҡтан да еңел түгел. Бәлки, аҡсабыҙҙы артабан да ижад менән шөғөлләнергә мөмкинлек биргән эшмәкәрлеккә һалырға тырышырбыҙ. Һәм, әлбиттә, бер өлөшөн хәйриәгә йүнәлтәсәкбеҙ. Беҙ, мөмкинлеге булған һәр кем был