Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бер үк тырмаға баҫабыҙ ҙа баҫабыҙ...

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға һигеҙ миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Ошо турала республика эске эштәр органдарының дежур частарына 31 хәбәр килгән. Яңауыл районы буйынса полиция бүлегенә 37 йәшлек репетитор мөрәжәғәт иткән. Ҡатынға мессенджерҙарҙың береһендә “МТС” элемтә операторынан хәбәр килгән. Әңгәмәселәре сим-картаны ҡулланыу ваҡытын оҙайтырға кәрәклеге хаҡында белдергән. Бының өсөн смс-хәбәрҙә килгән кодты ялған белгескә әйткәс, улар ҡатындың шәхси мәғлүмәттәрен урлағандар. Артабан иһә “Дәүләт хеҙмәттәре”нән шылтыратып, сит кешеләр кредит рәсмиләштерә алмаһындар өсөн репетиторға мобиль ҡушымта күсереп алырға ҡушҡандар. Граждан “тәжрибәле белгестәргә” тәүҙә ышанған, тик һуңынан мутлашыусылар менән аралашыуын аңлап, бәйләнеште өҙгән. Һөҙөмтәлә ул бер миллион һумдан ашыу аҡсаһын һаҡлап ҡалған. Ә бына Бәләбәй районынан 61 йәшлек ир ошондай уҡ схемаға ышанып, бер миллион һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән. Тик был юлы уға страховка полисының ҡулл

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәшәүселәр мутлашыусыларға һигеҙ миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Ошо турала республика эске эштәр органдарының дежур частарына 31 хәбәр килгән. Яңауыл районы буйынса полиция бүлегенә 37 йәшлек репетитор мөрәжәғәт иткән. Ҡатынға мессенджерҙарҙың береһендә “МТС” элемтә операторынан хәбәр килгән. Әңгәмәселәре сим-картаны ҡулланыу ваҡытын оҙайтырға кәрәклеге хаҡында белдергән. Бының өсөн смс-хәбәрҙә килгән кодты ялған белгескә әйткәс, улар ҡатындың шәхси мәғлүмәттәрен урлағандар. Артабан иһә “Дәүләт хеҙмәттәре”нән шылтыратып, сит кешеләр кредит рәсмиләштерә алмаһындар өсөн репетиторға мобиль ҡушымта күсереп алырға ҡушҡандар. Граждан “тәжрибәле белгестәргә” тәүҙә ышанған, тик һуңынан мутлашыусылар менән аралашыуын аңлап, бәйләнеште өҙгән. Һөҙөмтәлә ул бер миллион һумдан ашыу аҡсаһын һаҡлап ҡалған. Ә бына Бәләбәй районынан 61 йәшлек ир ошондай уҡ схемаға ышанып, бер миллион һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән. Тик был юлы уға страховка полисының ҡулланыу ваҡыты бөтөүе тураһында хәбәр иткәндәр. БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Полиция йәки банк хеҙмәткәре шылтыратһа, бәйләнеште өҙөгөҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар ялған номерҙар ҡуллана ала. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Шикле һылтанмалар һәм тикшерелмәгән сайттарға күсмәгеҙ. Уяу булығыҙ, мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләкмәгеҙ. Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.