Башҡортостанда «Халыҡ участковыйы-2024» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы тамамланды. Әбйәлил районынан участковый Мансур Моратшин төбәк этабында еңеүсе булды - уны 95 меңдән ашыу граждан яҡлап тауыш бирҙе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: иң яҡшы участковый исеме өсөн полицияның өлкән лейтенанты икенсе тапҡыр ҡатнаша. 2022 йылда Мансур Моратшин төбәк этабында еңеп, финалға сыҡҡан ине, ләкин ул саҡта еңергә аҙ ғына тауыш етмәгән. Мансур Моратшиндың карьераһы 2016 йылда патруль-пост хеҙмәте полицейскийы вазифаһынан башлана, ул унда юридик колледжды тамамлағандан һуң эшкә урынлаша. 2019 йылда Мансур Марат улы полицияның уполномоченныйы итеп күсерелә. Һуңғы биш йыл эшләү дәүерендә урындағы халыҡтың ышанысын ғына түгел, коллегаларының ихтирамын да яулап өлгөргән. - Эш, ысынлап та, ҡатмарлы һәм яуаплы, - ти Мансур Моратшин. – Профилактик иҫкәртеү эшенә ҙур иғтибар бирәбеҙ, көндәр буйы аяғөҫтө эшләргә тура килгән ваҡыттар ҙа була. Шундай көсөргәнешкә күнегеп тә алаһың, бурыстарыңды теүәл башҡ