Найти в Дзене

Ятҡан кеше эләгеп йығылмай

Көнсығыш халыҡтарының аҡылына ла күҙ һалайыҡ. Күпме мәғәнә һалынған уларға, бик тапҡыр әйтемдәр. *Тәрән йылға тын аға. *Ябай кешеләрһеҙ бөйөктәре тыумай. *Юғарыға үрләргә теләгән кеше баҫҡыс уйлап табыр. *Йылмайған йөҙгә уҡ осормайҙар. *Иҫәрҙәргә юл бир. *Әгәр ҡатын-ҡыҙ нимәнелер ныҡ теләһә, ҡая аша ла үтер. *Киткән кешене туҡтатма, киләм тигәнде ҡыума. *Шәп – ул яй, әммә туҡтауһыҙ барыу. *Яман кешенең дуҫы булғансы, һәйбәт кешенең дошманы булыу яҡшы. *Ҡатын менән ир ҡул менән күҙ кеүек булырға тейеш: ҡул ауыртһа - күҙ илай, күҙҙәр илаһа – ҡул һөртөп ала. *Ваҡ йылғасыҡтарға ла иғтибарлы булған өсөн диңгеҙ ҡеүәтле. *Алыҫ юл да яҡынынан башлана. *Ҡайғы йыртыҡ күлдәк кеүек. Уны өйҙә ҡалдырып китер кәрәк. *Ятҡан кеше эләгеп йығылмай. *Бер йылы һүҙ өс ҡышҡы һыуыҡ айҙы ла йылыта ала. *Проблема хәл итерлек булһа - уны уйлап борсолмағыҙ, әгәр хәл итеп булмай икән - борсолоуҙан файҙа юҡ. *Ағас ботағын һүрәткә төшөргәндә ел иҫеүен ишетергә кәрәк. *Кеше тураһында насар уйлар алдынан ете тапҡыр ти

Көнсығыш халыҡтарының аҡылына ла күҙ һалайыҡ. Күпме мәғәнә һалынған уларға, бик тапҡыр әйтемдәр. *Тәрән йылға тын аға. *Ябай кешеләрһеҙ бөйөктәре тыумай. *Юғарыға үрләргә теләгән кеше баҫҡыс уйлап табыр. *Йылмайған йөҙгә уҡ осормайҙар. *Иҫәрҙәргә юл бир. *Әгәр ҡатын-ҡыҙ нимәнелер ныҡ теләһә, ҡая аша ла үтер. *Киткән кешене туҡтатма, киләм тигәнде ҡыума. *Шәп – ул яй, әммә туҡтауһыҙ барыу. *Яман кешенең дуҫы булғансы, һәйбәт кешенең дошманы булыу яҡшы. *Ҡатын менән ир ҡул менән күҙ кеүек булырға тейеш: ҡул ауыртһа - күҙ илай, күҙҙәр илаһа – ҡул һөртөп ала. *Ваҡ йылғасыҡтарға ла иғтибарлы булған өсөн диңгеҙ ҡеүәтле. *Алыҫ юл да яҡынынан башлана. *Ҡайғы йыртыҡ күлдәк кеүек. Уны өйҙә ҡалдырып китер кәрәк. *Ятҡан кеше эләгеп йығылмай. *Бер йылы һүҙ өс ҡышҡы һыуыҡ айҙы ла йылыта ала. *Проблема хәл итерлек булһа - уны уйлап борсолмағыҙ, әгәр хәл итеп булмай икән - борсолоуҙан файҙа юҡ. *Ағас ботағын һүрәткә төшөргәндә ел иҫеүен ишетергә кәрәк. *Кеше тураһында насар уйлар алдынан ете тапҡыр тикшер. *Ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшлә, ә ҡалғанын яҙмышҡа тапшыр. *Артыҡ намыҫлы булыу алйотлоҡ менән сиктәш. *Көлөү тауышы яңғыраған йортҡа бәхет ҡуна. *Еңеүҙе дошманына ҡарағанда ярты сәғәткә оҙағыраҡ түҙгән ала. *Шулай ҙа була: япраҡ бата, ә таш йөҙә. *Һыуыҡ сәй менән дөгөгә түҙеп була әле, ә һалҡын ҡараш һәм яман һүҙгә - юҡ. *10 йәштә – мөғжизә, 20-лә – аҡыл эйәһе, ә 30-ҙан һуң – ябай кеше. *Уйлағас – тәүәккәллә, тәүәккәлләгәс – уйлама. *Белмәгәнде һорашҡан өсөн бер минут оят, ә белмәү - ғүмерлеккә оят. *Насар оҫта ҡулынан камил һауыт тыумай. *Әҙерәк эйелеүҙән ҡурҡма, төҙөрәк булырһың. *Юлға үҙ теләгең менән сыҡһаң, йөҙ саҡрым да берәү кеүек тойолор.