Өфө районының Бурцево ауылы эргәһендә Куйбышев тимер юлында 22 вагон юлдан төшкән. 74 вагонлы тауар составҡа ташкүмер тейәлгән булған. Һөҙөмтәлә һәләк булыусылар һәм яраланыусылар юҡ. Өс электр бағанаһы ҡолаған. Ваҡиға урынына Силәбе өлкәһенең Әшә һәм Дим станцияһынан төҙөкләндереү поездары килгән. Был урында тауар составтары өсөн бер яҡлы ғына юл бар. Шуға күрә пассажирҙар поездарының йөрөүенә авария йоғонто яһамаған. Состав Ҡурған – Һарытау маршруты менән барған. Авария урынында Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө эшләй. Йәмғеһе 44 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән. Тәфтишеселәр аварияның сәбәбен асыҡлай. Фотолар Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынынан алынды.