Быйыл сентябрҙә Әбйәлил районының Хәлил ауылында мәсет янды. Ауыл халҡы шунда уҡ яңы иман йорто булдырыу хәстәре менән берләште. Белеүебеҙсә, Хәлил – райондың ҙур ауылдарының береһе, бында берҙәм, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Быны улар яңы мәсет төҙөлөшө барышында тағы бер тапҡыр иҫбатланы. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, үҙе лә Әбйәлил районыныда тыуып үҫкән Рәмзиә Кәримова мәсет төҙөлөшө тураһында бына ниндәй яҙма менән уртаҡлашты. “Хәлилдәр афарин! Ололары абруйлы, йәштәре берҙәм! Хәтерләйһегеҙҙер, 6 сентябрҙә ауылдың мәсете янғайны. Әле бында заманса материалдарҙан яңы, ҙур, иркен иман йорто төҙөлә. Стеналар күтәрелгән, ҡыйыҡ ябыла, ошо көндәрҙә тәҙрәләр килә. Алда – йылы иҙән һалыу, манараға ярым ай ҡуйыу, эске эштәр. Хәлилдәр объектты яңы йылға тиклем сафҡа индерергә ниәтләй. Төҙөлөшкә һәр кем хәленән килгәнсе үҙ өлөшөн индерергә тырыша: берәүҙәре – аҡса, икенселәре – материал, өсөнсөләре – ҡул көсө менән. Ҡатын-ҡыҙҙар сиратлап эшселәрҙ