Билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов инде йыл ярым махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уның был ҡыйыу аҙымы күптәрҙә һоҡланыу тыуҙырҙы. Билдәле йәмәғәтсе Артур Иҙелбаев та артистың ҡыйыу аҙымына һоҡланып, “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә пост ҡуйған, шулай уҡ уға төбәп посылка ла әҙерләгән. “Тормош шундай нәмә, кешене шунда уҡ белеп булмай. Хатта бай тормош тәжрибәһе булһа ла. Бына һинең алдыңда бөркөт күҙле ҡеүәтле кеше тора, шәп егет... Әммә тормошта һынау башлана һәм барлыҡ ҡеүәт ҡайҙалыр юғала. Һинең алдыңда инде меҫкен, ҡалтырап торған йән эйәһе. Ә киреһенсә лә була. Офис буйлап тыныс, күҙгә ташланмай ғына хеҙмәткәр йөрөй, тауышы ла сыҡмай тиерлек, бөтәһе менән дә итәғәтле иҫәнләшә, үҙен-үҙе күрһәтеү менән шөғөлләнмәй. Әммә ауыр минутта ул иң ышаныслы кеше булып сыға. Радик Динәхмәтов - шундайҙарҙан. Беҙ уның менән яҡын дуҫ булманыҡ. Шулай, юлдарыбыҙ киҫешкәне булды, концерттарҙа, сараларҙа осраштыҡ. Башҡорт һәм татар телдәрендә “Аҙна” һәм “Атна” гәзиттә
Артур Иҙелбаев йырсы-яугир Радик Динәхмәтовҡа бүләктәр әҙерләгән
3 ноября 20243 ноя 2024
2
1 мин