Найти в Дзене

Башҡортостан Рәсәйҙең үҫешенә тос өлөш индерә

2 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.Республика етәксеһе төбәк халҡын байрам менән ҡотланы һәм хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Был байрам Ватанға ихлас һөйөүебеҙҙе, Ватандың күп быуатлыҡ тарихын хөрмәт итеүебеҙҙе сағылдыра, – тине Радий Хәбиров. – Тарих үҙе беҙгә етди саҡырыуҙар алдында берләшеүҙең, бөйөк илдең ысын яҡлаусылары һәм патриоттары булыуҙың, уның именлеге өсөн эшләүҙең мөһимлеге хаҡында иҫкәртә. Башҡортостанда быуаттар дауамында 100-ҙән ашыу милләт, төрлө конфессия вәкилдәре, бөйөк илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап, татыу йәшәй, тине Радий Хәбиров. – Ауыр һынауҙар йылдарында халҡыбыҙ һәр ваҡыт берҙәмлек һәм батырлыҡ күрһәткән, ә башҡорт полктары Рәсәйҙең бөтә хәрби походтарында ҡатнашҡан. Бөгөн дә беҙҙең ирекле батальондар Ватанды яҡлауға баҫты. Махсус хәрби операция зонаһында төрлө милләт, һөнәр кешеләре бер-береһен туғандар тип һанай һәм иңгә-иң терәшеп дошманға ҡаршы бара, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан үҙенең ҡеүәтле сәнәғәт һәм оборона ҡеүәте менән йәнә ышаныслы тылға әүерелде, фронтты бөтә кәрәкле әйбер менән тәьмин итте. Бөгөн беҙ йөҙҙәрсә мең кеше өсөн яугирҙәргә ярҙам итеү әхлаҡи бурысҡа әйләнгәнен күрәбеҙ. Беҙҙең республика яңы Рәсәй төбәктәрендә шефлыҡҡа алынған биләмәләрҙе тергеҙеү өсөн яугирҙәргә ярҙамға 136 гуманитар конвой ебәрҙе. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың көслө һәм ныҡлы Рәсәйҙең үҫешенә индергән өлөшөн дә билдәләне һәм Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләне.Сығыштың аҙағында республика Башлығы Башҡортостандың дәүләт наградаларын, шулай уҡ 2024 йылға фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияларын тапшырҙы.Тантаналы сара республиканың ижади коллективтары һәм башҡарыусыларының концерты менән тамамланды.Фото: glavarb.ru