Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Булат ағай, йыр көтәбеҙ!

Бөгөн, 2 ноябрҙә, Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәктә 40 кешенең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Улар иҫәбендә Учалы районының “Район мәҙәниәт йорто” муниципаль бюджет учреждениеһы филиалы – Комсомол ауылындағы күп функциялы клубтың художество етәксеһе Булат Марат улы Пирғәлин дә бар. Республика халҡы араһында үҙенсәлекле ижады менән билдәле булған һәләт эйәһенә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Булат Пирғәлин әүҙем ижад итеүҙән тыш, эргәһендә үҙе ише йыр-моңло яҡташтарын да берләштерә белә. Улар төшөргән ҡыҙыҡлы сюжетлы видеяҙмалар, сағыу йырҙар шунда уҡ социаль селтәрҙә тарала, бик күп ыңғай яуаптар ала. Булат Марат улын йор һүҙле, сәсән телле шәхес итеп беләләр, фотоһүрәттәре лә мәғәнәүи яҡтан камил, һәр саҡ ҡыҙыҡлы. Учалы

Бөгөн, 2 ноябрҙә, Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәктә 40 кешенең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Улар иҫәбендә Учалы районының “Район мәҙәниәт йорто” муниципаль бюджет учреждениеһы филиалы – Комсомол ауылындағы күп функциялы клубтың художество етәксеһе Булат Марат улы Пирғәлин дә бар. Республика халҡы араһында үҙенсәлекле ижады менән билдәле булған һәләт эйәһенә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Булат Пирғәлин әүҙем ижад итеүҙән тыш, эргәһендә үҙе ише йыр-моңло яҡташтарын да берләштерә белә. Улар төшөргән ҡыҙыҡлы сюжетлы видеяҙмалар, сағыу йырҙар шунда уҡ социаль селтәрҙә тарала, бик күп ыңғай яуаптар ала. Булат Марат улын йор һүҙле, сәсән телле шәхес итеп беләләр, фотоһүрәттәре лә мәғәнәүи яҡтан камил, һәр саҡ ҡыҙыҡлы. Учалы уңғанын лайыҡлы награда менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уға һаулыҡ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! Ошо ҡыуаныслы ваҡиға айҡанлы, яңы йыр көтәбеҙ! Фотолар Б. Пирғәлиндың шәхси архивынан һәм "Башинформ"дан.