«А-нан Я-ға тиклем» бизнес-туры республиканың биш территориаль зонаһында үтте һәм 55 муниципалитетты үҙ эсенә алды, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты сиктәрендә ойошторолған. - Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү - хөкүмәт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш. Бындай осрашыуҙар власть менән бизнес араһында асыҡ һәм конструктив диалог булыуын күрһәтә. «Бизнес-тур «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә ойошторолған, - тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко. Һуңғы сарала фекер алышыу барышында бизнесҡа ярҙам министрлыҡтары һәм структуралары вәкилдәре ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләне. Эшҡыуарҙар һорауҙар бирә һәм тиҙ арала яуап ала алды. Би
Төбәктә «А- нан Я-ға тиклем» бизнес-турында ике мең эшҡыуар ҡатнашты
2 ноября 20242 ноя 2024
1 мин