"Баланы табыуын тапҡас, һәйбәт итеп ҡарарға кәрәк" Уҡытыусы булып эшләй башлағанда уйламай әйткән һүҙҙәрем өсөн ғүмер буйы үкендем. Мин рәнйеткән ҡатын бер көн килеп үҙемдең күңел ярама тоҙ һипте... Уҡытыусы булып күрше ауылда эшләгән тәүге йылым. Ҡыйыу, бөтә нәмә ҡулдан килер кеүек үҙемде тойған сағым. Тәжрибәһеҙ, әммә мин-минлегем көслө мәлем. Беренсе йылда уҡ 7-селәрҙең класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Ауыл бәләкәй, балалар һаны аҙ, класта дүрт ҡыҙ, биш малай. Уларҙың бигерәк шуҡ ваҡыттары, тик тәртипһеҙҙәр тип әйтеп булмай, йәш уҡытыусыны шаяртырға маташалар ғына. Араларындағы Ғәзизә исемле ҡыҙ ғына һәр ваҡыт шым, килгәне бирле бер тапҡыр ҙа уның көлгәнен күргәнем булманы, күҙҙәре гел һағышлы ҡарай. Дәрестә ултырһа ла, үҙе уйҙары менән әллә ҡайҙа ҡырҙа кеүек. “Ата-әсәһе эскесе, өйҙә тағы ике бала, ҡыҙ шуларҙы ҡарай, өҫтәүенә бөтә донъя эше өҫтөндә, мал-тыуар... Бигерәк йәл”, – хеҙмәттәштәрем ҡыҙыҡһыныуыма яуап итеп ошоларҙы һөйләне. Тәүге ата-әсәләр йыйылышына эскелек темаһына доклад