“Атайсал” мәҙәни үҙәгендә еңеүселәрҙе бүләкләү һәм “Сал ҡылған мондары” конкурсының Гала-концерты үтте. Беренсе ситтән тороп уҡыу этабына Башҡортостан Республикаһының 11 муниципаль берәмегенән ҡатнашыуға 64 ғариза ҡабул ителде. Икенсе һайлап алыу этабы йомғаҡтары буйынса Әбйәлил, Бәләбәй, Белорет, Кушнаренко, Өфө, Хәйбулла райондарынан һәм Бәләбәй һәм Өфө ҡалаларынан 11 ҡатнашыусы финалға үтте. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Альбина Юлдашбаева конкурста ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү һүҙе сығыш яһаны. – Ҡәҙерле дуҫтар, профессиональ һәм үҙешмәкәр йырсылар араһында беренсе республика вокал конкурсы 60+ “Сал ҡылған моңдары” Рәсәйҙә уҙған Ғаилә йылына арналған. Ғаилә тәү сиратта беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ – улар беҙҙең нигеҙ, улар беҙҙең тамырҙарыбыҙ. Улар ярҙамында быуындар күсәгилешлеге һаҡлана. Бөгөн беҙҙең алда шундай иҫ киткес конкурсанттар сығыш яһауына шатбыҙ, – тине Альбина Юлдашбаева. Конкурсанттың жюри рәйесе – Башҡортостандың халыҡ артис