Көн тәртибендә республиканың сәнәғәт объекттарын террор һөжүмдәрҙән, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу осраҡтарынан һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышта республиканың көс структуралары, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, Башҡортостандың эре сәнәғәт объекттары етәкселәре ҡатнашты. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, 31 октябрҙә дошмандың өс пилотһыҙ осоусы аппараты Өфөнөң яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларына һөжүм иткән. – Беренсе БПЛА сәнәғәт ҡоролмаларының береһендә дрондан һаҡлау ҡорамалына эләгә, ә ҡалған икеһе объекттар территорияһынан ситтә ҡолай. Ҡорбандар һәм емереклектәр юҡ, предприятиелар ғәҙәти режимда эшләй, – тине Радий Хәбиров. – Күреүебеҙсә, ҡатнаш оборона системаһын булдырыу буйынса күрелгән саралар, күҙәтеү һәм һаҡланыу сараларын йәлеп итеү һөҙөмтәле булып сыҡты. Шул уҡ ваҡытта киләсәктә лә предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы тотороҡло һәм ышаныслы яҡлау менән тәьмин итеү мөһим. Сәнәғәтебеҙҙең һаҡланыу кимәлен күтәреү буйынса өҫтәмә сараларҙы ти