Асҡын районының Упҡанкүл ауылында, “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсының муниципаль этабына ярашлы, халыҡ байрамы – “Ҡаҙ өмәһе” шаулап-гөрләп үтте. Ауылдың иң тырыш, уңған Физа һәм Йәсәүи Ғәлимовтар ғаиләһе күрше-күләнен өмәгә саҡырҙы. “Аулаҡ өй” фольклор коллективы һәм “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы, туған-ырыу, ауылдаштар ярҙамында сара ҙур күркәм байрамға әүерелде. Район советы рәйесе Руслан Ғәлләмов, район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Гөлзифа Мөхәмәтдинова, биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Зимфира Зарифуллина, Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев, Әхәт хәҙрәт Суфийәнов матур сарала ҡатнашты. Физа Әүхәҙи ҡыҙы менән Йәсәүи Кәфил улы бына ҡырҡ йыл инде татыу донъя көтә, йыл да мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. “Ҡаҙ – бик файҙалы ҡош. Йөнөнән мендәр эшләйбеҙ. Итен ҡаҡларға, тоҙларға мөмкин. Итенән тәмле бәлеш бешерәбеҙ”, – ти оҫта хужабикә. Ҡаҙ өмәһе йырҙар, уйын-көлкө, сәй эсеү менән бик күңе