▶️ 31-се октябрҙә Халыҡ-ара һаҡлыҡ көнө билдәләнә. Экономияға бәйле айырым көн булдырыу башланғысы бынан теүәл 100 йыл элек барлыҡҡа килә. 1924-се йылда Милан ҡалаһында 29 дәүләттән һаҡлыҡ банктары вәкилдәре тәүге тапҡыр конгрессҡа йыйыла. Сара һуңында 31-се октябрҙе Халыҡ-ара экономия көнө тип иғлан итәләр. Башланғыс аҡсаларҙы һаҡлауға ғына ҡайтып ҡалмай, ә ғөмүмән ваҡытты, көстө, әйберҙәрҙе һаҡсыл файҙаланыу идеяһын үҙ эсенә ала. Аҡса темаһы һәр беребеҙ өсөн дә көнүҙәк. Әммә был ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың тиҙ генә бөтә торған яғы ла бар. Ашауға, түләүҙәргә, яғыулыҡ, кейемгә, унан ҡалһа күңел асыу һәм ял итеүгә киткән сығымдарҙы ла оноторға ярамай бит әле. Белгестәр ай һайын килемдең кәм тигәндә лә 10 процентын һаҡлап барырға кәңәш итә. Тағы ла маҡсат билдәләргә, тупланмаларҙы ҡайҙа һаҡларға кәрәклеген хәл итергә, финанстарҙы анализларға, кредиттарҙан баш тартырға, экономияларға һәм башҡаһы.. Ҡыҫҡаһы, даими контроль кәрәк һәм мәғлүмәтле булыу зарур. Экономияны нимәнән башларға, нимәләрҙе бе
Иҡтисади Башҡортостан - 31.10.2024 Бер тин һумды һаҡлай, бер көн йылды һаҡлай
31 октября 202431 окт 2024
1 мин