Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Электр приборын алмаштырығыҙ" тип һүҙ башлайҙар

“Башэлектросбыт"ҡа республика халҡы тағы телефон мутлашыусыларының эшмәкәрлегенә ҡарата ялыу менән мөрәжәғәт итте. Енәйәтселәр энергосбыт компанияһы исеменән шылтыратып, электр энергияһын иҫәпкә алыу приборын тикшерергә йәки алмаштырырға тәҡдим итә. Артабан "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына инәләр һәм, «паролде оноттом» функцияһын һайлап, ҡорбандарының телефон номерын индерәләр. Артабан «ҡулланыуҙы тергеҙеү» төймәһенә баҫалар һәм граждандарҙың телефонына «Иҫәп яҙмаһын тергеҙеү коды. Бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ" тигән смс-хәбәр килә. Бер ни ҙә һиҙмәгән граждан код һандарын ҡысҡырып әйтә, һәм мутлашыусылар уның «Дәүләт хеҙмәттәре» профиленә һәм шәхси мәғлүмәттәргә инә ала. Артабан кредит рәсмиләштерә алалар, банк карталарына инеп, аҡса сығаралар. Бындай осраҡтар бөтә республика буйынса теркәлә. Мәҫәлән, Сибайҙа йәшәүсе оло йәштәге кеше мутлашыусыларҙың ҡорбаны була яҙған. Уға электр энергияһын иҫәпкә алыу приборын алмаштырыу тәҡдиме менән шылтыраталар, срогы үткән тиҙәр. Уға шунда уҡ приборҙ

“Башэлектросбыт"ҡа республика халҡы тағы телефон мутлашыусыларының эшмәкәрлегенә ҡарата ялыу менән мөрәжәғәт итте. Енәйәтселәр энергосбыт компанияһы исеменән шылтыратып, электр энергияһын иҫәпкә алыу приборын тикшерергә йәки алмаштырырға тәҡдим итә. Артабан "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына инәләр һәм, «паролде оноттом» функцияһын һайлап, ҡорбандарының телефон номерын индерәләр. Артабан «ҡулланыуҙы тергеҙеү» төймәһенә баҫалар һәм граждандарҙың телефонына «Иҫәп яҙмаһын тергеҙеү коды. Бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ" тигән смс-хәбәр килә. Бер ни ҙә һиҙмәгән граждан код һандарын ҡысҡырып әйтә, һәм мутлашыусылар уның «Дәүләт хеҙмәттәре» профиленә һәм шәхси мәғлүмәттәргә инә ала. Артабан кредит рәсмиләштерә алалар, банк карталарына инеп, аҡса сығаралар. Бындай осраҡтар бөтә республика буйынса теркәлә. Мәҫәлән, Сибайҙа йәшәүсе оло йәштәге кеше мутлашыусыларҙың ҡорбаны була яҙған. Уға электр энергияһын иҫәпкә алыу приборын алмаштырыу тәҡдиме менән шылтыраталар, срогы үткән тиҙәр. Уға шунда уҡ приборҙы алмаштырыу өсөн ғариза бирергә тәҡдим итәләр һәм уны раҫлар өсөн смс-хәбәрҙән килгән кодты әйтергә ҡушалар. Бер аҙ шикләнеп, ир трубканы элеп ҡуя, сөнки күптән түгел счетчикты алмаштырған була. Һуңғы ваҡытта мутлашыуҙың тағы бер ысулы киң тарала бара. Хәҙер енәйәтселәр шылтыратып, энергосбыт хеҙмәткәре булып сығыш яһай һәм кеҫә телефонына ҡушымта ҡуйырға тәҡдим итә. Ҡушымтаны урынлаштырғандан һуң, улар телефон экранына алыҫтан инә ала, был онлайн-банктарҙың шәхси кабинеттарына инеп, аҡса урлау мөмкинлеген бирә. Ҡағиҙә булараҡ, бындай мутлашыу схемалары һаҡлам аҡсаһы булған оло йәштәгеләргә иҫәпләнгән. Быйыл сентябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығына пенсионер мөрәжәғәт иткән, уға «Ватсап» мессенджерында энергосбыттан мобиль ҡушымта урынлаштырыу тәҡдиме менән шылтыратып, һылтанма ебәрәләр. Күрһәтмәләргә ярашлы, ир ҡушымта урынлаштыра, уның аша енәйәтселәр 900 мең һумдан ашыу аҡсаны урлай. БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы айҙа ғына граждандарҙың 290 миллион һумдан ашыу сумма аҡса урлау тураһында 493 мөрәжәғәте теркәлгән. "Башэлектросбыт" үҙ ҡулланыусыларын уяу булырға саҡыра һәм энергия менән тәьмин итеү хеҙмәткәрҙәренең иҫәп приборҙары күрһәткестәрен йыйыу, электр счетчигын алмаштырыу маҡсатында ҡулланыусыларға йыш шылтыратмауы, смс-та килгән кодты һорамауы, электр менән тәьмин итеүгә ҡағылмаған һорауҙар бирмәүе тураһында иҫкәртә. Телефондан һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе белергә тырышыу йәки смс-тан кодты хәбәр итеү кәрәк икән – тимәк, сымдың икенсе осонда енәйәтсе. Был осраҡта һөйләшеүҙе кисекмәҫтән туҡтатырға кәрәк.