Рф Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 6-сы өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа (айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыу) шикләнеү буйынса Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса өсөнсө бүлеге Мәләүез районы хакимиәтенең элекке башлығын ҡулға алды. Тәфтиш версияһы буйынса, 2020-2022 йылдарҙа район башлығы төҙөлөш компанияһы ойоштороусыларынан дөйөм хаҡы 4,1 миллион һумдан ашыу булған өс фатир рәүешендә айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алған.Төҙөлөш компанияһы менән ер участкаларын ҡуртымға алыу килешеүҙәрен төҙөүҙә һәм артабан Мәләүез ҡалаһының парк зонаһында урынлашҡан ер участкаларында күп фатирлы торлаҡ йорттар төҙөүгә рөхсәт биреүҙә булышлыҡ иткән өсөн. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, фатирҙар етәксенең туғандарына аралашсылар аша рәсмиләштерелгән. Енәйәт факты оператив-эҙләү саралары барышында ФСБ һәм Эске эштәр министрлығының республика идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан асыҡлана. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе РФ енәйәт-про
Мәләүез районының элекке башлығы ниңә ҡулға алынған?
31 октября 202431 окт 2024
1 мин