Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Район баҫыуында комбайн янған

Хәйбулла районы Иләс ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта баҫыуҙа “VECTOR” комбайны янған. Механизатор зыян күрмәгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре утты һүндерә, уның таралыуына юл ҡуймаған. Мәғлүм булыуынса, быйыл республика баҫыуҙарында 10-ға яҡын комбайн янды. Бындай “күрһәткестәр” төбәк ауыл хужалығы тармағында һуңғы йылдарҙа булғаны юҡ. Транспорт хужаларына техниканы ҡулланыу һәм техник хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге тураһында уйланырға урын бар. Янғынға юл ҡуймаҫ өсөн: - техниканының төҙөклөгөн даими тикшереп торорға кәрәк; - асыҡланған етешһеҙлектәрҙе ваҡытында төҙәтегеҙ. Техниканы тәүге янғын һүндереү саралары менән тәьмин итергә онотмағыҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.