Был акцияла Рәсәй халҡы ғына түгел, сит илдә йәшәгән, рус, инглиз йә испан телен белгән кешеләр ҙә ҡатнашып, үҙҙәренең Рәсәй Федерацияһы кеүек оло илдә йәшәгән күп төрлө халыҡтарҙың тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен белеү кимәлен тикшерә ала. Диктантта ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Былтыр унда Рәсәйҙең 89 төбәгендә, 228 илдә йәшәгән 3 миллион ярымдан артығыраҡ кеше ҡатнашҡан. Башҡортостан акцияла көсөн һынап ҡарағандар һаны буйынса алдынғылыҡты бирмәй, мәҫәлән, былтыр беҙҙән республикабыҙҙан 330 меңдән ашыу кеше этнография диктантын яҙған. Диктант 16 йәшкә тиклемгеләр өсөн – 20, унан өлкәнерәктәр өсөн 30 дөйөм федераль һорауҙарҙан тора. Уларҙың 20-һе дөйөм Рәсәйгә арналған, 10-ы – илдең һәр субъекты өсөн уникаль, ә сит илдәрҙән яҙыусылар өсөн Рәсәйҙән ситтә уның менән бәйле урындарға ҡағылған һорауҙар. Диктанттың бар һорауҙарына ла дөрөҫ яуап биргәндәр 100 балл йыя ала. Шуныһын да айырым билдәләргә кәрәк: заданиеларҙы үтеүгә теүәл 45 минут ваҡыт бирелә. Һорауламаны үтеп бөткән