Ошо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 105-се юбилей миҙгелендәге беренсе премьераны тәҡдим итте. “Йырланмаған йырым һин” тип аталған музыкаль драма яҙыусы, журналист Венер Исхаҡовтың шундай уҡ исемле повесы буйынса ҡуйылған. Сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова, режиссеры – Айрат Абушахманов. Премьера Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың 50 йәшлек юбилейына арналды. Артисты ҡотларға Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла килгәйне. Ул юбилярҙы “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләне. Төп герой Хәсән Вәлиев тормошон йырһыҙ күҙ алдына килтерә алмай, әле генә институт тамамлаған егеткә уҡытыусылары ҙур өмөт бағлай, уны сит илдең опера театрына эшкә саҡыралар. “Йә сәхнә, йә ғаилә!” тигән ҡәтғи һайлау алдына баҫҡас, артист икенсеһен һайлай. Ул бәхетле була алырмы? Тормошта үҙ урынын табырмы? Тамашасыны спетакль аҙағынаса ошо һорауҙар борсой. Премьера тамашасыны Фидан һәм Азамат Ғафаровтар, Илсөйәр Ғәзетдинова, Илдар Ғүмәров,