Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән Азамат Муллашев махсус хәрби операция башланғас, күп уйлап тормай, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ил мәнфәғәттәрен яҡлау һәм хеҙмәттәштәренә ябай булмаған шарттарҙа ярҙам итеү теләге барыһынан да көслөрәк булып сыға. Ул “Башҡортостан” 31-се мотоуҡсылар полкының Таһир Кусимов исемендәге мотоуҡсылар батальонының 3-сө медицина взводы фельдшеры булып хеҙмәт итә. Яңыраҡ ул штурм ротаһының яраланған яугирен эвакуациялауҙа ҡатнаша. Дошман дрондарының һөжүме һәм туҡтауһыҙ яуған миномет уты хәлде ҡатмарлаштыра. – Беҙҙең яугирҙәрҙең хәрәкәтен дошман һиҙеп ҡала һәм төркөмгә төбәп ут аса. Яугирҙәр яраланған иптәштәрен табып, беренсе ярҙамды күрһәтә ала. Дошман уты аҫтында улар кире әйләнә. Эвакуация төркөмө дошмандың FPV дроны тарафынан һөжүм ителә. Азамат яраланған һалдатты кәүҙәһе менән ҡаплап, уның ғүмерен ҡотҡара. Шуның менән бергә фельдшерҙың аяҡ-ҡулдары ҡаты яралана. Нисек кенә ауыр булмаһын, эвакуация төркөмө яралы һалдатты хәрби табип