Найти в Дзене

Быйыл 239 белгес килде!

Һуңғы өс йыл эсендә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә кадрҙар йәлеп итеү буйынса эш яҡшырҙы. 2022 йылда был күрһәткес ун мең кешегә 5,61 тәшкил итһә, бөгөн ул 6-ға тиклем үҫте. Хәҙерге ваҡытта һаулыҡ һаҡлауҙың дәүләт системаһында ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса 2437 хеҙмәткәр эшләй. Шуларҙың 167-һе табип, ике меңе – фельдшер һәм шәфҡәт туташы. Бөтәһе лә тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 322 бригада составында хеҙмәт итә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан кадрҙар йәлеп итеү буйынса саралар планы һәм юл картаһы эшләнгән. Быйыл “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса 129 медицина хеҙмәткәре түләүҙәр алды. Шуларҙың 16-һы – ашығыс ярҙам хеҙмәткәре.Төбәк программалары ярҙамында 500 мең һумдан 750 мең һумға тиклем түләүҙәр бирелде.Улар иҫәбендә –ауылдарға тәү тапҡыр эшкә килгән белгестәр. 2024 йылда ашығыс медицина хеҙмәтенә медицина колледждарын тамамлаған 85 йәш белгес алынды. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына даими рәүештә мониторинг үткәрелә. Күсмә бригадалар составында эшләүсе табиптарҙың эш хаҡы 112 мең, фельдшерҙарҙың 74 мең һумдан ашыу тәшкил итә, шәфҡәт туташтарының – 64 мең, водителдәрҙең – 49 мең һум тирәһе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.