“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы яңы биш персональ компьютер алды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Иҫке компьютерҙар яңы автоматлаштырылған эш урындары менән алмаштырыласаҡ. Заманса ҡорамалдар медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙырға, шул иҫәптән тар белгестәргә яҙылырға мөмкинлек бирә.Бынан тыш, электрон медицина карталарын тултырырға, йүнәлтмәләр, льготалы рецептар бирергә ярҙам итә. Шулай уҡ телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлеге бар. Медицина ойошмаларында һанлы технологияларҙы үҫтереүгә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектындағы айырым федераль проект арналған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: https://nashikigi.ru/articles/natsionalnye-proekty/2021-06-21/v-ramkah-natsproekta-v-dyurtyulinskoy-bolnitse-idet-obnovlenie-kompyuterov-2387593?ysclid=m2t94vbdte112331635