М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Башҡортостан Республикаһы һәм күрше төбәктәрҙең белем биреү ойошмаларында башҡорт телен уҡытыу методикаһының көнүҙәк мәсьәләләре” тип исемләнгән төбәк-ара түңәрәк өҫтәл үтте. Ошо көндәрҙә университетта “Башҡорт теле уҡытыусыһы: башланғыс дөйөм белем биреү өлкәһендә башҡорт телендә айырым предмет өлкәләрен уҡытыу теорияһы һәм методикаһы” программаһы буйынса башланғыс кластар уҡытыусыларын һөнәри яҡтан ҡайтанан әҙерләү курстары сиктәрендә “Башҡорт теле уҡытыусыһы” квалификацияһы бирелгән. Ул 2024 йылға “БР дәүләт телдәрен Һәм БР халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһының “Мәғариф ойошмаларында башҡорт телен уҡытыуҙы тәьмин итеү һәм камиллаштырыу” саралары планына ярашлы ойошторолған. Түңәрәк өҫтәлдең модераторы филология фәндәре докторы, профессор, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультеты деканы Ләлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова асты һәм сараның маҡсаты һәм ҡатнашыусылары менән таныштырҙы. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Марат Наил улы Ишемғолов тәбрикләп, башҡорт телен уҡытыуҙы камиллаштырыу буйынса күрелгән сараларға туҡталды. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Халыҡ мәғарифы идаралығының дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу бүлеге начальнигы Илгиз Әхтәм улы Сәлихов “Башҡортростан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Халыҡ мәғарифы идаралығының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, быйыл "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты" конкурсы иғлан ителәсәк. Еңеүсе кабинеттар 2025 йылда йыһазландырыласаҡ. Илгиз Әхтәм улы шулай уҡ уҡытыусыларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе, конкурстарҙа ҡатнашыу шарттары менән таныштырҙы. М. Аҡмулла исеемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, педагогия фәндәре кандидаты Сәлимә Айбулат ҡыҙы Таһирова полилингваль мәктәптәрҙең 1-се класы өсөн уҡыу-методик комплексы презентацияһын ойошторҙо. Рәмилә МУСИНА фотолары.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты" конкурсы иғлан ителә
29 октября 202429 окт 2024
1 мин