Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Сибайҙа 500-сө сабый теркәлгән!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы йылдың 500-сө сабыйы тыуыу тураһында акт теркәлде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Руслан Ахаев һәм уның кәләше Ләйләнең ғаиләһендә күптән көтөлгән ҡыҙ Мираслава донъяға килгән. Сабыйҙың шулай уҡ апаһы - 8 йәшлек София бар. Ирле-ҡатынлы ҡыҙҙарына исемде бергә уйлап тапҡан, ул «Слава миру» тигәнде аңлата. Мираслава Өфөлә донъяға килгән. ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхетле ата-әсәне сабыйҙары тыуыу менән ҡотлап, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров исеменән фотоальбом һәм "Беҙҙең сабыйға" бүләк йыйылмаһы тапшырған. Ахаевтарҙы ҡыҙҙары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ һәм сабыйҙың һау-сәләмәт үҫеүен теләйбеҙ! Фото:" Сибай ЗАГСы" төркөмөнән