Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан энергия системаһы Рәсәйҙә иң ышаныслыларҙан һанала

Был саралар энергетиканың көнүҙәк мәсьәләләрен һәм үҫеш перспективаларын тикшереү өсөн тармаҡтың, дәүләт структураларының һәм профилле компанияларҙың алдынғы вәкилдәрен берләштерҙе. Форумдың төп ваҡиғаһы булып “Энергетика инфраструктураһы: яңы заман өсөн яңы ҡарарҙар” темаһына пленар ултырышы торҙо.Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев, федераль комитет вәкилдәре һәм энергетика секторының алдынғы компаниялары ҡатнашты. – Башҡортостан энергия системаһы Рәсәйҙә иң ҙур һәм ышаныслыларҙың береһе һанала, – тине Александр Шельдяев. Форумда ҡатнашыусылар энергетика инфраструктураһын үҫтереү өсөн тормошҡа ашырылған төп йүнәлештәрҙе, шулай уҡ алдағы йылдарҙа тармаҡ алдында торған бурыстарҙы тикшерҙе. Заманса энергетика инфраструктураһына талаптар, иҡтисадтың тотороҡло эшләүен һәм үҫешен тәьмин итеүҙәге роле мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Сара сиктәренд

Был саралар энергетиканың көнүҙәк мәсьәләләрен һәм үҫеш перспективаларын тикшереү өсөн тармаҡтың, дәүләт структураларының һәм профилле компанияларҙың алдынғы вәкилдәрен берләштерҙе. Форумдың төп ваҡиғаһы булып “Энергетика инфраструктураһы: яңы заман өсөн яңы ҡарарҙар” темаһына пленар ултырышы торҙо.Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев, федераль комитет вәкилдәре һәм энергетика секторының алдынғы компаниялары ҡатнашты. – Башҡортостан энергия системаһы Рәсәйҙә иң ҙур һәм ышаныслыларҙың береһе һанала, – тине Александр Шельдяев. Форумда ҡатнашыусылар энергетика инфраструктураһын үҫтереү өсөн тормошҡа ашырылған төп йүнәлештәрҙе, шулай уҡ алдағы йылдарҙа тармаҡ алдында торған бурыстарҙы тикшерҙе. Заманса энергетика инфраструктураһына талаптар, иҡтисадтың тотороҡло эшләүен һәм үҫешен тәьмин итеүҙәге роле мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Сара сиктәрендә “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән “Россети Волга” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеү электр селтәрҙәре объекттарында авария хәлдәрен иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берлектәге эшкә йүнәлтелгән. Был электр менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын нығытырға һәм төбәктең энергетика инфраструктураһының тотороҡлолоғон арттырырға мөмкинлек бирәсәк.Фото: pravitelstvorb.ru