Саралар “ӨФӨ ЭКСПО” комплексы майҙансығында үтә. Форумда энергетика тармағының алдынғы эксперттары һәм эре сәнәғәтселәр ҡатнаша. Рәсәйҙең 20 төбәгенән 100-ҙән ашыу компания үҙҙәренең алдынғы эшләнмәләрен һәм технологияларын тәҡдим итте. Улар араһында Белоруссия, Ҡытай һәм Үзбәкстан делегациялары ла бар.Башҡортостан Башлығы сарала ҡатнашыусыларҙы форумдың эшләй башлауы менән ҡотланы һәм сара Рәсәй, сит ил компанияларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын билдәләне. – Башҡортостан – энергетика өлкәһендә илдең алдынғы төбәге. Республикала электр энергияһын эшләү һәм ҡулланыу йылдан-йыл арта. Был территорияны үҫтереүҙең мөһим иҡтисади күрһәткесе, – тине Радий Хәбиров. – Форумда сит ил партнерҙарыбыҙҙы, Рәсәйҙең эре предприятиелары етәкселәрен сәләмләйем. Беҙ иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыуыбыҙға һәм бергәләп алға барыуыбыҙға шат буласаҡбыҙ. Төбәк етәксеһе энергетика тармағы предприятиелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй профилле мәктәп олимпиадаларында еңеүселәргә ҡи